Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

8 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Ике сәғәтлек аралашыу барышында республика етәксеһенә бер нисә ҡала һәм район кешеләре мөрәжәғәт итте. Ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарына тейешле бурыстар йөкмәтелде.

Мәҫәлән, пенсионер Виктор Пелисов Белорет районының Отнурок ауылы халҡы исеменән Рөстәм Хәмитовҡа тораҡ пунктта электр тапшырыу линияларының булмауы хаҡында һөйләне.

Уның әйтеүенсә, 80 йыллыҡ тарихы булған ауыл әле һаман XX быуат башындағы кеүек көн итә. Эргәләге «таш» йылғала «Юғалған экспедиция» һәм башҡа билдәле совет фильмдары төшөрөлгән. Халыҡтың электр приборҙары, һыуытҡыстары эшләмәй, телевидение, көнкүреш шарттары юҡ. Өҫтәүенә ауылда ике фермер хужалығы, «Малиновка» турбазаһы эшләй.

Рөстәм Хәмитов Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов менән бәйләнешкә сыҡты, ул әлеге ваҡытта «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән Отнурок ауылына электр үткәреү мәсьәләһен тикшереүҙәре, проект-смета документацияһын әҙерләүҙәре тураһында хәбәр итте. Республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновҡа муниципалитет менән берлектә эштәрҙе финанслау варианттарын әҙерләргә ҡушты һәм 2017 йылда ауылға электр энергияһы бирелергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть