Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» конкурсының төбәк этабында еңеүселәр билдәләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» конкурсының төбәк этабында еңеүселәр билдәләнде. Бәйге «Һин — эшҡыуар» федераль программаһы сиктәрендә уҙғарылды.

Проекттарҙы яҡлау Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында үтте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, йәш эшҡыуарҙарҙың проекттарын баһалағанда уңышлы бизнес алып барыу өсөн бер нисә мөһим шарт иҫәпкә алынған. Улар араһында — инновациялы ҡараш һәм эшҡыуарлыҡ башланғысының булыуы, финанс күрһәткестәре һәм конкурентлыҡ һәләте.

Сибайҙан Гөлназ Азарова «Йыл асышы» номинацияһында төбәк этабы еңеүсеһе булды. Ул конкурсҡа «Буҙа» проектын тәҡдим иткән. «Йыл етештереүе» номинацияһында Кушнаренко районынан Эльвир Нафиҡов һәм Артур Ғайсин иң яҡшылары тип танылды. Улар иттән әҙер һәм консерваланған продукция етештерә. «Йыл эш биреүсеһе» номинацияһында Ғафури районынан Виталий Осипов еңеү яуланы. «Йылдың социаль бизнесы» номинацияһында Стәрлетамаҡтан Азат Дәминов еңде. Йәштәр эшҡыуарлығын үҫтергәне өсөн Салауаттан Светлана Быкова «Йылдың шәхси өлөшө» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Махсус призға Күмертауҙан Роман Рахман лайыҡ булды.

Төбәк этабында еңеүселәр үҙ проекттарын федераль кимәлгә сығара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть