Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Заһир Исмәғилевтың әҫәрҙәр йыйынтығының һигеҙенсе томы баҫылып сыҡты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә, «Китап» нәшриәтендә, күренекле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтың әҫәрҙәр йыйынтығының һигеҙенсе томы баҫылып сыҡты. Уға Лев Степанов менән бергә ижад иткән «Сыңрау торна» балетының клавиры ингән. Ноталы баҫма композиторҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей тантаналары алдынан донъя күрҙе. Баҫманың тиражы — 300 дана.

«Күп томлы йыйынтыҡ өсөн материалдарҙы уның ҡыҙы Ләйлә Исмәғилеванан алабыҙ, — тип хәбәр итте баҫмаларҙың айырым төрҙәре бүлеге етәксеһе Эльвира Хәйретдинова. — Баштан уҡ 16 том итеп баҫтырыу күҙалланғайны. Тәүге том 2005 йылда 1000 дана тираж менән донъя күрҙе».

Беренсе томда «Салауат Юлаев», икенсеһендә — «Аҡмулла», өсөнсөһөндә — «Урал илселәре», дүртенсеһендә — «Шәүрә», бишенсеһендә — «Ҡаһым түрә», алтынсыһында — «Ағиҙел тулҡындары» опералары, етенсеһендә «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы баҫылған.

Томдарҙы «Китап» нәшриәтенең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин, улар республика китапханаларында ла бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть