Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

«Рәсәй Башҡортостан» телеканалында «Хәйерле иртә, Республика!» тапшырыуы яңы стилдә эфирға сыға

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

«Хәйерле иртә, Республика!» тапшырыуы тура эфирға сыҡҡан студияны яңыртыу тамамланды.

Идея Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы медиахолдингының берҙәм талаптарына һәм фирма стиленә ярашлы тормошҡа ашырылды.

«Хәҙер беҙ сифатлы һәм матур һүрәт менән республикалағы ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһында һөйләйәсәкбеҙ. Бынан алда байтаҡ эш башҡарылды. Студия өсөн йыһаз ҡулдан яһалған, сөнки һатыуҙа оҡшаш интерьер элементтары табылманы. Флористика элементтарына Ярославлдә заказ бирҙек, таштарҙы республиканың барлыҡ магазиндарынан тиерлек эҙләнек. Үҙгәрештәр тамашасыларыбыҙға оҡшар, тип ышанабыҙ», — тип билдәләне «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Уйылдан Ғәлин.

Тапшырыуҙың йөкмәткеһе лә үҙгәрҙе, атап әйткәндә, «Көн торошо» тигән яңы рубрика асылды. Унда буласаҡ ваҡиғаларға байҡау яһала, Башҡортостандағы иҫтәлекле даталар тураһында бәйән ителә.

Тамашасыларға яҡшы таныш алып барыусылар Сәлимә Исламова, Ғәлимйән Ибәтуллин, Гүзәл Ишкинина, Фирҙәт Ғәлиев, Ләйсән Тимербулатова, Урал Байбулатовтан тыш, Рәсүл Ҡарабулатов, Ришат Миндияров һәм Лилиә Ченбарисова буласаҡ.

«Хәйерле иртә, Республика!» программаһы «Рәсәй 1 Башҡортостан» телеканалында эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем эфирға сыға.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть