Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә ун баллы тығындар барлыҡҡа килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Бөгөн иртән Өфөлә ун баллы тығындар барлыҡҡа килде. Төнө буйына яуған ҡар арҡаһында баш ҡалала хәрәкәт итеү ҡыйынлашты. Машиналар күп йөрөгән урамдарҙа авариялар күҙәтелде.

«Яндекс.Карталар» сервисы мәғлүмәттәре буйынса, юлдарҙағы тығындар ун балл менән баһаланды. Ҡаланың ҡайһы бер райондарында транспорттың тиҙлеге сәғәтенә 5 километрҙан артманы. Сочи, Степан Кувыкин, Баҡалы, Менделеев, М. Ғөбәйҙуллин, Софья Перовская, Цюрупа, Мичурин, Зәки Вәлиди, Пушкин, Карл Маркс, Энгельс, Минһажев, Революция, Харьков, 8 март, Әй, Бабушкин, Р. Зорге, Комсомол, СССР-ҙың 50 йыллығы, Трамвай урамдарында тығындар күҙәтелде.

Бынан алда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып, 8 ноябрҙә һәм 9 ноябрҙә төндә төбәктә епшек ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, һырынтылар, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә, тип хәбәр итте. Елдең тиҙлеге секундына 18-23 метрға етәсәк. Юлдарҙа күреү мөмкинлегенең кәмеүе күҙаллана.

Теги: тығындар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть