Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Коррупция илебеҙҙе артҡа һөйрәй»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

7 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса эште координациялау буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе.

– Шуны әйтеп үтергә кәрәк: дәүләт хеҙмәткәрҙәре араһында коррупция күренештәре күп түгел. Шуға ҡарамаҫтан, туғыҙ айҙа 126 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, өсәүһе эштән бушатылған. Был – 13 меңдән ашыу кешенән процент өлөшө генә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, быйыл коррупция йүнәлешендәге енәйәттәр һаны 3,2 процентҡа кәмегән. Ришүәтселек осраҡтары 10 процентҡа кәмерәк теркәлгән. Ошо ыңғай динамика республикала идеология, агитация, мәғрифәтселек эше йәһәтенән күрелгән сараларҙың уңышлы булыуын раҫлай.

Шуның менән бергә республика Башлығы әлеге сараларҙың һөҙөмтәлелеге йәмғиәттең коррупцияға ҡарата мөнәсәбәтен кәметеүен билдәләне.

– Коррупция беҙҙең илде артҡа һөйрәй, эшҡыуарлыҡҡа үҫешергә ирек бирмәй, илдәге эшлекле мөхитте насарайта. Беҙ уға ҡаршы арымай-талмай көрәшергә тейешбеҙ, – тине төбәк етәксеһе.

Ултырышта коррупцияға ҡаршы мәғариф буйынса эште ойоштороу, йәмғиәттә коррупцияға ҡарата түҙеп торғоһоҙ мөнәсәбәт булдырыу, республика дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидараның норматив-хоҡуҡи акттарына коррупцияға ҡаршы экспертиза үткәреү кеүек мәсьәләләр тикшерелде.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов республика киң мәғлүмәт сараларында коррупцияға ҡаршы пропагандалауҙы ойоштороу хаҡында һөйләне. Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова коррупцияға ҡаршы мәғариф тураһында һүҙ алып барҙы. Йыл һайын уҡытыусылар квалификацияларын күтәрә, һуңынан уҡыусыларҙа коррупцияға ҡаршы ҡараш булдырыу буйынса эш алып бара. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина йәмғиәттә коррупцияға ҡарата түҙеп торғоһоҙ мөнәсәбәт булдырыу буйынса эште ойоштороу тураһында һөйләне. 2016 йылда асылған Гражданлыҡ-хоҡуҡи мәктәп ошо эште ойоштороу буйынса төп майҙансыҡ булып тора. Уның белем биреү программаһы сиктәрендә йәмәғәт советтарының 420 вәкиле өсөн 18 күсмә семинар үткәрелгән. Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Лариса Кучина норматив акттарға коррупцияға ҡаршы экспертиза үткәреүҙең төп һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Уның һүҙҙәренсә, төп проблема – бойондороҡһоҙ эксперттарҙың был эштә ҡатнашыу менән ҡыҙыҡһынмауы. Юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн йәмғиәттең әүҙем гражданлыҡ позицияһы кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть