Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Республика халҡының 36 проценты киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

7 ноябргә ҡарата Башҡортостан халҡының 36 проценттан ашыуы йәки 1,470 миллиондан күберәк кеше киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән. Шуларҙың 1,103 миллионға яҡыны – өлкәндәр һәм 282 меңдән ашыуы – балалар.

Шул иҫәптән, 86 мең кеше – эш биреүселәр һәм үҙ иҫәбенә, ҡалғандары федераль ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә прививка яһатҡан.

«Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, республика биләмәһендә киҫкен респиратор инфекциялары менән сирләү осраҡтарының артыуы билдәләнә, киҙеү әлегә теркәлмәгән. Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу кимәле эпидемик сиктән түбән.

Киҙеүгә ҡаршы вакциналар быйылғы эпидемиологик миҙгелдә әүҙем булған вирус штаммынан һаҡлай.

Сирҙең тәүге билдәләре беленеү менән өйҙә ҡалырға һәм тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙаллы дауаланырға кәңәш ителмәй, тип билдәләнеләр ведомствола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть