Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Экология йылының эмблемаһы раҫланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда 2017 йылдың — Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылының эмблемаһы раҫланды. Был хаҡта төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Эмблема Башҡортостан флагы төҫтәрендә төшөрөлгән. Төп график фигура — алтыҡыр милли кәсеп булараҡ умартасылыҡты символлаштыра. Ҡортсолоҡ менән экологик яҡтан таҙа, шул иҫәптән махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә генә шөғөлләнәләр.

График фигура — бер үк ваҡытта үҫентене, ҡошто һәм кешене символлаштырған башҡорт милли орнаментының элементы төп символ булып тора. Шулай итеп, тәбиғәттәге тереклектең үҙ-ара бәйләнеше, фән булараҡ экологияның әһәмиәте асылған.

Конкурс комиссияһы Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылының слоганын да һайлаған. «Таҙа. Яҡлаусыһыҙ. Һинең ҡулдарыңда…» тигән слоган иң яҡшыһы тип танылған.

Эмблеманың һәм слогандың авторы — дизайнер Александр Курлянов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть