Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Был аҙнала республикала 4 градусҡаса йылыта, синоптиктар ямғыр вәғәҙәләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Был аҙнала синоптиктар йәнә тотороҡһоҙ һауа шарттары вәғәҙәләй. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, епшек ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, елдең көсәйеүе, ваҡыты менән буран сығыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Уртаса һауа температураһы нулгә тиклем төшәсәк.

Шишәмбе, 8 ноябрҙә, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға ҡар һырыуы, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ көтөлә. Һауа температураһы -1,+4 градус буласаҡ.

Шаршамбы, 9 ноябрҙә, ҡар ҡатыш ямғыр көсәйәсәк, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында — боҙлауыҡ. Температура төндә 0,-5, көндөҙ -1,+4 градус тәшкил итәсәк.

Аҙна аҙағында һауа температураһы түбәнәйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть