Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы төбәктә һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы төбәктә һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә. Ведомствоның республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, 8 ноябрҙә һәм 9 ноябрҙә төндә төбәктә епшек ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, һырынтылар, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Елдең тиҙлеге секундына 18-23 метрға етәсәк. Юлдарҙа күреү мөмкинлегенең кәмеүе күҙаллана.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы водителдәргә төҙөк булмаған транспортта юлға сыҡмаҫҡа, иғтибарлы булырға, хәүефһеҙ тиҙлек режимын үтәргә кәңәш итә. Тәжрибәһеҙ автоһәүәҫкәрҙәргә руль артына ултырмаҫҡа, йәйәүлеләргә юл аша сыҡҡанда һаҡ булырға кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть