Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Республикала Эске эштәр министрлығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы тәғәйенләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда Эске эштәр министрлығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы тәғәйенләнде. Ул — юстиция генерал-майоры Виктор Михайлов. Тейешле мәғлүмәт ведомствоның сайтында баҫылған.

Виктор Николаевич Михайлов 1958 йылда Омск өлкәһендә тыуған. 1988 йылда — СССР Эске эштәр министрлығының Омск юғары милиция мәктәбен, 1997 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлаған. 1979 йылдан эске эштәр органдарында эшләй. 2007 йылдың сентябренән Омск өлкәһе буйынса Эске эштәр идаралығы — Тәфтиш идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын биләгән. 2011 йылдың июнендә Рәсәй Президенты Указы менән Башҡортостан буйынса эске эштәр министры урынбаҫары — Баш тәфтиш идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнгән. Дәүләт һәм ведомство наградаларына эйә.

Алдан хәбәр ителгәнсә, 31 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин полиция генерал-лейтенанты Михаил Закомалдинды Башҡортостан буйынса эске эштәр министры вазифаһынан бушатты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть