Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Риф Тойғондоң хәтер кисәһендә уның яңы китабының исем туйы була

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн, 7 ноябрҙә, Өфөлә ваҡытһыҙ донъя ҡуйған танылған шағир һәм прозаик, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Риф Тойғондо (1946-2014) иҫкә алалар. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында уның тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған «Уятырға ашыҡтым ҡояшты» тип аталған хәтер кисәһе була. Сараға яҙыусының ҡатыны һәм хеҙмәттәштәре саҡырылған.

Кисәнең режиссеры Хөрмәтулла Үтәшев хәбәр итеүенсә, сценарий шағирҙың тормош һәм ижад юлына нигеҙләнеп яҙылған. Театрлаштырылған кисәлә Илһөйәр Ғизетдинова, Илдар Ғүмәров, Сара Буранбаева, Рәүис Заһитов, Светлана Хәкимова, Сәғиҙулла Баййегет, шулай уҡ яҙыусының яҡташтары — Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫкән билдәле музыканттар, «Карауанһарай» төркөмөнөң тәүге составы солистары Әмир Тойғонов һәм Артур Туҡтағолов ҡатнаша.

Сара барышында Риф Тойғоновтың яңы донъя күргән «Һағыныр кешеләрем» исемле китабының исем туйын үткәреү ҡаралған. Шиғырҙар йыйынтығы «Китап» нәшриәтендә баҫылған. Инеш һүҙҙе күренекле яҙыусы һәм ғалим Рәшит Шәкүр яҙған.

Инеү ирекле. Киске сәғәт 7-лә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть