Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Рәсәйҙә башҡорт телендәге сценарийҙар конкурсы башланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Рәсәйҙә башҡорт телендәге сценарийҙар конкурсы башланды. Сараның кураторы Фатима Янбаева хәбәр итеүенсә, «Осҡон» башҡорт видеоһы конкурсын ойоштороусылар ҡыҫҡа һәм тулы метражлы уйын форматындағы фильмдар өсөн башҡорт телендәге сценарийҙарҙы һайлап алыу тураһында иғлан итте. Һайлап алыу туры Башҡортостандың Заманса драматургия һәм режиссура үҙәге ярҙамында уҙа. Эштәрҙе компетентлы жюри баһалай. Иң яҡшы проект авторҙары бүләкләнәсәк һәм үҙ сценарийҙарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам аласаҡ. Ғаризалар ноябрь аҙағына тиклем ҡабул ителә.

Конкурсҡа йомғаҡ 2017 йылдың ғинуар аҙағында Силәбелә «Осҡон» башҡорт видеоһы фестивалендә яһала. «Осҡон» шулай уҡ «Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы», «Документаль фильм», «Анимациялы видеоролик», «Социаль видеоролик» һәм «Микрокино» номинацияларында башҡорт телендәге видеолар ҡабул итә. Бөтә номинацияларҙа ла эштәргә ҡарата талаптар бар. Бәйгенең положениеһы менән конкурстың рәсми сайтында танышырға мөмкин. Яңылыҡтарҙы сайтта йәки #Oskon билдәһе буйынса һәм «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә күҙәтеп барырға була.

— «Осҡон» — бик кәрәкле конкурс, сөнки ошо арҡала башҡорт видеоһы төшөрөлә һәм үҫешә. Йәнә конкурс яңы белем алырға дәртләндерә. Бәйгенең тап башҡорт йәштәре араһында ойошторолоуы һәм туған телдә фильм төшөрөү мөмкинлегенең барлыҡҡа килеүе миндә унда ҡатнашыу теләген уятты. Һәммәһенә лә үҙ көсөнә ышаныуҙарын һәм идеяларын тормошҡа ашырыуҙарын теләйем! — тип һөйләй былтыр «Ҡыҫҡа метражлы фильм» номинацияһында еңеүсе Илмир Билалов.

Конкурсты ойоштороусылар — Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзы, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары, аспиранттары ассоциацияһы. Фестиваль икенсе тапҡыр үткәрелә, уҙған йылда бәйгегә Башҡортостандың һәм күрше төбәктәрҙең төрлө райондарынан 60-ҡа яҡын эш килгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть