Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың иң яҡшы механизаторҙары автомобилдәр менән бүләкләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың иң яҡшы механизаторҙарына «Нива» автомобиле асҡыстарын һәм «Лада-Гранта» машинаһын һатып алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы.

Комбайнсылар араһында I төбәк конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы Башҡортостандың Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү сиктәрендә уҙҙы.

Аграрийҙар араһында конкурс үткәреү тәҡдиме менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.

«Йәмғиәт яҡшы эшләүселәрҙе күрергә һәм ошонан сығып, һығымта яһарға тейеш. Тырыш хеҙмәт өсөн яҡшы бүләктәр бирергә кәрәк», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов быйыл июль айында үткән «Баҫыу көнө-2016» республика семинар-кәңәшмәһендә.

Төрлө номинацияларҙа конкурс еңеүселәре иҫәбендә — 10 кеше. Улар араһында Баймаҡ районынан Зәки Ҡотлоғужин, Хәйбулланан Виктор Попов, Саҡмағоштан Самат Рухлбаянов, Ауырғазынан Ринат Мәғҙәнов, Стәрлетамаҡтан Ирек Ниғмәтуллин, Дүртөйлөнән Динар Хамматов, Илештән Булат Миңнуллин, Шишмәнән Алик Бикбулатов, Дәүләкәндән Александр Капустин һәм Баҡалынан Николай Хәбиров бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть