Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «ТЭФИ-Төбәк 2016» финалына 20-нән ашыу Рәсәй телевидениеһы йондоҙо килә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Республиканың баш ҡалаһында үтәсәк «ТЭФИ-Төбәк 2016» финалына 20-нән ашыу Рәсәй телевидениеһы йондоҙо килә. Улар араһында Владимир Познер, Александр Любимов, Владислав Флярковский, Кирилл Поздняков, Леонид Млечин, Антон Привольнов, Игорь Угольников һәм башҡалар бар.

Телеакадемиктар Өфөлә бер нисә оҫталыҡ дәресе бирә. Илдәге төбәк телевидениеһының киләсәге тураһында түңәрәк өҫтәл үткәреү һәм конкурс номинанттарының эштәрен тикшереү ҡаралған. Был хаҡта «ТЭФИ-Төбәк 2016» XV Бөтә Рәсәй фестивален уҙғарыу буйынса Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы беренсе ойоштороу комитеты сиктәрендә ойоштороусылар хәбәр итте.

Башҡортостан телевидениеһы вәкилдәре түбәндәге номинацияларҙа бронза «Орфей» өсөн көрәшә.

— «Мәғлүмәт сығарылышын алып барыусы» — Айгөл Кантюкова (Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының Башҡортостандағы филиалы);

— «Танып-белеү тапшырыуы» — «Уфимский городовой» проекты («Бөтә Өфө» телекомпанияһы);  

— «Балалар өсөн тапшырыу» — «Ҡымыҙ юлы» (Башҡортостан юлдаш телеканалының «Тамыр» студияһы).

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 24 ноябрҙә Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть