Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Тамыр» телеканалы проекты — «ТЭФИ-Төбәк» конкурсы финалсыһы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Тамыр» балалар телеканалы проекты «ТЭФИ-Төбәк» Рәсәй конкурсының финалына сыҡты.

«Юл» тапшырыуы селфи аша халыҡтың йолалары, кәсептәре, мәҙәниәте менән таныштыра. Проекттың тәүге сығарылышы «Ҡымыҙ юлы» тип атала.

«Минең таяғым — селфи яңы тапшырыуҙар төшөрөргә саҡыра!» — тигән һүҙҙәр менән башлай программаны 12 йәшлек алып барыусы Рөстәм Төхбәтов. Рөстәм ҡымыҙҙың тәме нимәгә бәйле булыуы, бейәләрҙең ниндәй тоҡомо һәйбәт һөт биреүе хаҡында һөйләй, Башҡортостанда дауаланған Толстой һәм Чехов эҙҙәре буйлап үтә, ҡымыҙ эшләй, һабантуйҙа йөрөй һәм, әлбиттә, фотоға төшөрә. Ҡымыҙ тураһында тапшырыу Өфө, Әлшәй, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы райондарында төшөрөлгән.

«Был — беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы яңылыҡ, — тип һөйләй «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Быйыл «ТЭФИ-төбәк» конкурсының бүләкләү тантанаһы Өфөлә уҙа. Шуға күрә финалға сығыу икеләтә мөһим ине. Бөтә илдән килгән ҡунаҡтарҙы буш ҡул менән ҡаршы алыу — халҡыбыҙға хас эш түгел. Беҙ «Бөтә Өфө» («Уфимский городовой») һәм «Рәсәй Мәҙәниәт. Башҡортостан» («Культурный сезон») каналдарында эшләгән хеҙмәттәштәребеҙҙе лә абруйлы премияның финалына сығыуҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ»

«Юл» проектының ижади төркөмө — режиссер Гөлсәсәк Игебаева, оператор Марат Юнысов, продюсер Гөлшат Ғәлиуллина, рәссамдар Айгөл Бикбаева һәм Айрат Арыҫланов, монтажлау режиссеры Виктор Селезнев. Проекттың «Кейеҙ юлы», «Ҡорот юлы», «Шәл юлы» тип аталған яңы сығарылыштарын әҙерләү башланған да инде», — тип хәбәр итте Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат секретары Люциә Дәүлиева.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть