Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Итальяндар республиканың сыр етештереүҙәге ҡеүәтен юғары баһаланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанға эш сәфәре менән Италияның МiRare һәм GEA spa компаниялары вәкилдәре килде. Корпоратив һәм экологик сертификация өлкәһендәге эшҡыуарҙар, һөт аҙыҡтары йүнәлешендәге компания етәкселәре һәм сыр яһау өсөн ҡорамал етештереүселәр республикала, урындағы сеймалды ҡулланып, Италия сырҙарын етештереү буйынса проектты тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе.

1 һәм 2 ноябрҙә делегация ағзалары Илеш һәм Баҡалы райондары предприятиеларында булды, уларҙың етештереү базаһы менән танышты.

«Беҙ хужалыҡты яҡшы алып барыуҙарын һәм сеймалды файҙаланыуҙарын күрҙек, илдең башҡа төбәктәре хаҡында быны әйтеп булмай», — тип билдәләне Италия белгестәре Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов менән осрашыуҙа.

Уларҙың фекеренсә, республикала һөттөң сифаты бик юғары. Был уны эшкәртеү буйынса ҙур производство булдырыу өсөн ныҡлы база булыуы ихтимал. Әлеге ваҡытта Бәләбәй һөт комбинаты ай һайын мең тоннанан ашыу сыр етештерә. Әммә республикаға ошо күләм генә етмәй.

Башҡортостандың һөтсөлөк союзы рәйесе Илдар Фәйзуллин әйтеүенсә, «ҡиммәтле һәм юғары сифатлы сырҙар өлкәһе әлегә буш тора». Шуға күрә осрашыуҙа ҡатнашыусылар бөтә варианттарҙы ҡарағандан һуң был теманы ентеклерәк тикшерергә һөйләште, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть