Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Бөтә Өфө» телеканалы — «ТЭФИ-Төбәк 2016» конкурсының финалында

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Тольятти ҡалаһында «ТЭФИ-Төбәк 2016» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы финалсыларының исемдәре билдәле булды.

Рәсәй телевидениеһы академиктары «Бөтә Өфө» телеканалының «Уфимский городовой» проектын «Мәғариф һәм күңел асыу тапшырыуҙары» йүнәлешендә иң яҡшыларҙың береһе тип таныны.

«Был беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Бер йыл элек канал үҙгәрештәр кисерҙе, баш ҡалабыҙ һәм унда йәшәүселәрҙең тормошо хаҡында яңы проекттар барлыҡҡа килде. Улар араһында «ТЭФИ» финалсыһы «Уфимский городовой» тапшырыуы бар. Шуны билдәләп үткем килә: быйыл конкурсҡа бик күп юғары сифатлы эштәр килгән, «Публицистика» номинацияһында ғына өс йөҙҙән ашыу, шуға күрә төп бүләк өсөн көрәштең көсөргәнешле, конкуренцияның етди булыуына ғәжәпләнәһе түгел», — тип билдәләне «Бөтә Өфө» телекомпанияһының директоры Алина Сөләймәнова.

«Уфимский городовой» проекты 2015 йылдың октябрендә тәүге тапҡыр эфирға сыҡты. Шул ваҡыттан бирле ул Өфөлә генә түгел, унан ситтә лә бик популяр.

«Тапшырыу өҫтөндә ҙур ижади төркөм эшләй, ул — дөйөм ижад емеше, — тине Алина Сөләймәнова. — Сөнки проект тәү сиратта тамашасылар менән эшләүгә йүнәлтелгән, улар ҡаланың проблемалар булған урындарын асыҡларға ярҙам итә. Мәсьәләләрҙе урында һәм телекамера күҙәтеүе аҫтында Өфө хакимиәте вәкилдәре менән бергә хәл итәбеҙ».

Еңеүселәр 22-25 ноябрҙә Өфөлә XV Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы финалында билдәләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть