Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә популяр «Рух» рок-төркөмө 25 йыллығын билдәләй

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә популяр «Рух» рок-төркөмө 25 йыллығын билдәләй. Юбилей концерты 1 декабрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында була. Унда билдәле хиттар яңғыраясаҡ.

«Рух» төркөмө республикала башҡорт рок хәрәкәтенә нигеҙ һалды. 1990 йылдар башында милли үҙаң күтәрелгән мәлдә ижадтарында көнбайыштың рок-поп мәҙәниәте элементтары менән фольклор мотивтарын берләштергән «Карауанһарай», «Аманат» («Ант»), «Дәрүиш», «Рух» кеүек үҙенсәлекле төркөмдәр барлыҡҡа килә.

«Рух» төркөмө 1991 йылда Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында ойошторола. Төп составта — башҡарыусы һәм текстарҙың авторы Ғәзинур Биктимеров, көйҙәрҙең авторы һәм соло-гитарасы Ирек Атанов, бас-гитарасы Зөфәр Байғусҡаров, йырсы, музыкант, йырҙарҙың авторы Юлай Асҡаров, бейеүсе Нуретдин Иҫәнбаев һәм барабансы Зиннур Ҡуңысбаев.Төркөмдөң лирик-философик һәм сәйәси йырҙары тиҙ арала башҡорт йәштәре араһында популярлыҡ яулай. «Оран», «Оло Теләк», «Өлгөрмәнем», «Һин хаттар яҙма», «Хайран ҡалдым» йырҙары киң танылыу ала.

Төркөм һәм концерт тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть