Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Владимир Путин Өфөнөң химия уҡытыусыһына «Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы» исемен бирҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөләге 42-се лицейҙың химия уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина «Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булды. Маҡтаулы исем биреү тураһындағы Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.

Лиза Әғәҙуллина илдә белем биреүгә ҙур өлөш индергәне өсөн ошондай юғары исемгә лайыҡ булған.

Белешмә. Лиза Әғәҙуллина Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы (2008), Рәсәйҙең (2004) һәм Башҡортостандың (1996) атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре (2004) тигән маҡтаулы исемдәргә эйә. Бөрө педагогия институтын тамамлағас, Салауат районы Малаяҙ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Төрлө йылдарҙа — Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбендә директор урынбаҫары, Ҡыйғы мәғариф бүлегендә методик кабинет мөдире, Өфөләге 27-се урта мәктәптә уҡытыусы. Лиза Әғәҙуллина 42-се лицейҙа 1996 йылдан бирле эшләй, ике тапҡыр Сорос грантына эйә булған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть