Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡорт театрҙарының ике спектакле «Алтын битлек» исемлегенә индерелгән

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең «Алтын битлек» милли театр премияһы һәм фестиваленең рәсми сайтында исемлек баҫылып сыҡты. Уға башҡорт театрҙарының ике спектакле ингән. Эксперт советы фекеренсә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Джут» һәм Салауат башҡорт драма театрының «Ерҙәштәр» спектаклдәре — 2015-2016 йылдар миҙгелендә иң билдәлеләр иҫәбендә.  

«Джут» спектаклен ҡаҙаҡ драматургы Олжас Жанайдаровтың пьесаһы буйынса режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған. «Ерҙәштәр» спектакле Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы (тормош хикмәттәре) буйынса сәхнәләштерелгән. Режиссеры — Антон Фёдоров. Ике спектакль дә Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының Йәштәр премияһы менән билдәләнгән.

Исемлекте төҙөгәндә эксперттар театрҙа һәм видеояҙмала 614 спектакль ҡараған. Уға илдәге драма театрҙарының 97 һәм музыкаль театрҙарҙың 46 спектакле ингән.

Премия номинанттары иҫәбендә — биш номинацияла күрһәтелгән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть