Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктең өс проекты — «МедиаТЭК-2016» Бөтә Рәсәй конкурсы финалында

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандан өс проект «МедиаТЭК-2016» II Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары, йылылыҡ энергетика комплексы компаниялары һәм төбәк хакимиәттәренең матбуғат хеҙмәттәре конкурсының финалына сыҡты.

Финалсылар араһында Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы, Энергия һатыу компанияһы һәм «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң Туймазылағы филиалының проекттары бар.

Конкурс еңеүселәре ENES халыҡ-ара форумының рәсми сайтында интернет-тауыш биреү юлы менән һайлана. Тауыш биреүҙә теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

Интернет-тауыш биреү 10 ноябргә тиклем дауам итә.

«Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса иң күп тауыш йыйған проекттар һәр номинацияла еңеүсе тип иҫәпләнә. Һәр номинацияла өс еңеүсе билдәләнә, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы ҡарамағындағы Энергияны һаҡлау һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар буйынса республика ғилми үҙәге белгесе Светлана Әбүбәкерова. — Барыһын да Башҡортостандың проекттарын яҡларға һәм тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ».

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ENES V халыҡ-ара форумы сиктәрендә ойошторола. Сара 23-25 ноябрҙә Мәскәүҙә уҙа.

Теги: медиатэк
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть