Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика умартасылары Төркиәлә «Апимондия» конгресында тәүге наградалар яуланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан вәкилдәре кисә Төркиәлә асылған V Халыҡ-ара умартасылыҡ һәм ҡарағай балы конгресында тәүге наградалар яуланы.

«Төрлө үҫемлектәрҙән йыйылған бал» категорияһында беренсе урынды Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге алды. Ошо учреждение етәксеһе Әмир Ишемғоловҡа бүләкте — Умартасының алтын статуэткаһын — Мугла провинцияһы губернаторы Әмир Чичек тапшырҙы, тип хәбәр итә «Башҡортостан Республикаһының офис-төркөмө» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының матбуғат хеҙмәте.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 1 ноябрҙә Төркиәнең Мугла провинцияһында V Халыҡ-ара умартасылыҡ һәм ҡарағай балы конгресы башланды. Унда 20-нән ашыу илдең халыҡ-ара умартасылар берләшмәһенән ике меңдән күберәк делегат ҡатнаша.

Башҡортостан делегацияһы составында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Башҡортостан министры Руслан Мирсаяпов, умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов бар. Илебеҙ исеменән Рәсәй умартасыларының милли союзы президенты Арнольд Бутов ҡатнаша.

Ошо ҙур форум барышында 2021 йылда «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы конгресын үткәреү хоҡуғына дәғүә иткән Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙа.

2021 йылда баш ҡалала «Апимондия» халыҡ-ара конгресын һәм «АпиЭКСПО» халыҡ-ара күргәҙмәһен уҙғарыуға логотип раҫланған да инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть