Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ике башҡорт һылыуҡайы «Мисс Азия. Рәсәй» конкурсының финалына сыҡты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Мәскәүҙә «Miss Asia. Russia» бөтә Рәсәй милләт-ара гүзәллек фестиваленең һайлап алыу туры уҙҙы. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн бөтә илдән һылыуҡайҙар йыйылды. Һайлап алыу этабында ҡыҙҙар сағыу ижади һәләттәрен, халыҡтың мәҙәниәтенә мөнәсәбәттәрен, йолаларҙы белеүҙәрен күрһәтте, киләсәккә булған ниәттәре, уй-хыялдары менән уртаҡлашты. Бәйге йомғаҡтары буйынса ике башҡорт һылыуҡайы Илнара Ниязғолова һәм Эльмира Вәлиева 13 финалсы иҫәбенә инде.

Илнара Ниязғолова — Мәскәүҙәге «Йәсмин» һылыуҡай студияһы тәрбиәләнеүсеһе, «Мәскәү һылыуҡайы-2016» III башҡорт һылыуҡайҙары конкурсы еңеүсеһе һәм «Һылыуҡай-2016» республика матурлыҡ бәйгеһендә икенсе урынға лайыҡ булыусы. Илнара Ейәнсура районында тыуып үҫкән, әле И.М.Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетында белем ала.

Эльвира Вәлиева — профессиональ рәссам, фотограф, модель, сәнғәт уҡытыусыһы, Мәскәүҙәге «Йәсмин» һылыуҡай студияһы вәкиле, Магнитогорскиҙа тыуған, Мәскәүҙә эшләй.

«Һайлап алыу турында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла сибәр ине. Әммә беҙ уларҙың шәхси сифаттарына, һәләттәренә һәм үҙ мәҙәниәтен белеүҙәренә лә иғтибар иттек. Башҡорт ҡыҙҙары араһында һайлап алыу айырыуса ҡатмарлы булды — береһенән-береһе матурҙар. Илнара тыйнаҡлығы менән әсир итһә, Эльвира көслө характерлы булыуы менән хәтерҙә ҡалды. Икеһе лә үҙҙәрен бик ышаныслы тотто», — тип һөйләне «Мисс Азия. Рәсәй» конкурсы директоры һәм жюри ағзаһы Елена Мардаева.

Фестиваль-конкурс шарттары буйынса, ҡатнашыусылар конкурс һынауҙарында үҙҙәрен күрһәтергә тейеш: милли кейемдә сығыш яһау, милли аш-һыу менән таныштырыу, спорт ярыштарында, интеллектуаль конкурста, Мода аҙналығында ҡатнашыу. Ҡыҙҙарҙың фестивалдең реклама кампанияларында, хәйриә сараларында ҡатнашыуы ҡаралған. Интернет-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса фестивалдең сайтында «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында бер еңеүсе билдәләнә.

«Miss Asia. Russia» бөтә Рәсәй милләт-ара гүзәллек фестиваленең финалы 10 декабрҙә Мәскәүҙә «Вегас Сити Холл» концерт залында уҙа.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть