Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә инновациялы проекттар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә «Инновациялар буйынса белешмә 2.0» акселерация программаһының инновациялы проекттар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Программаның генераль партнеры — Рәсәй венчур компанияһы. 1 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте йортонда республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов еңеүсе проект авторҙарына дипломдар тапшырҙы һәм GenerationS конкурсы финалсылары менән аралашты. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең асыштары хаҡында һөйләне, инновацияларҙы тормошҡа ашырғанда килеп тыуған проблемалары менән бүлеште. Дмитрий Шаронов республика Хөкүмәте яғынан административ һәм мәғлүмәти йәһәттән ярҙам күрһәтеү буйынса һорауҙарҙы иғтибарға алды.

Былтыр программала 70 проект ҡатнашҡан, улар араһында өс инновация еңеү яулаған. Быйыл — 130 самаһы, араларынан 30-ға яҡын лайыҡлы проект билдәләнгән.

«Ҡатнашыусылар белем ала. Автор яңы продукт уйлап сығара, әммә инвесторға уның тураһында математик формулалар менән һөйләй башлай. Уға икенсе пландағы мәғлүмәт кәрәк: ҡайҙа һатыла, ни өсөн, был продукт нимәһе менән яҡшы. Инвесторҙы инновация менән дөрөҫ таныштырыу мөһим. Ҡайһы берҙә авторҙар бер йүнәлешкә генә иғтибарын йүнәлтә, ә әлеге программа офоҡтарын киңәйтә», — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.

«Инновациялар буйынса белешмә 2.0» акселерация программаһының инновациялы проекттар конкурсы һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды «Облачная школа» проекты алды (авторҙары — Руслан Кәримов, Владислав Дмитриев, Айрат Шәйәхмәтов). Икенсе урынды «Забойный вертлюг D-Swivel» (авторы — Сухраб Хадиев) һәм «СВЧ-влагомер твердых сыпучих и жидких материалов агропромышленного комплекса» (авторы — Анна Ковалева) инновациялары бүлеште. Өсөнсөлә — «Virtuactions — Аттракционы виртуальной реальности» (авторҙары — Никита Анищенко, Григорий Исаков) проекты.

«Инновациялар буйынса белешмә 2.0» программаһы —  инновациялы проекттарҙы һәм яңы технологик бизнесты тиҙ үҫтереү, шулай уҡ уларҙың авторҙарын уҡытыу төбәк программаһы. Башҡортостанда ул икенсе йыл рәттән үткәрелә. Программала республика биләмәһендә тормошҡа ашырылған төрлө стадиялағы һәм йүнәлештәге инновациялы проект авторҙары ҡатнаша ала. 2016 йыл йомғаҡтарына ярашлы, «Инновациялар буйынса белешмә 2.0» GenerationS федераль конкурсына килгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй венчур компанияһының тәүге биш партнеры иҫәбенә ингән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть