Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

«Башҡортостан радиоһы»ның йәш хәбәрселәре «Птенец 2016» Бөтә Рәсәй фестивалендә наградалар яуланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

«Ҡояшлы ҡала» проекты хәбәрселәре Артур Әхтәмов һәм Соня Урманчеева «Концлагерь тотҡононда ҡунаҡта» исемле эш өсөн гран-приға лайыҡ булды. Бынан тыш, улар ике махсус приз яуланы.

Конкурсҡа бөтәһе йөҙҙән ашыу эш килгән. Номинациялар араһында — «Балалар өсөн тапшырыуҙар», «Үҫмерҙәр өсөн тапшырыуҙар», «Йәштәр тапшырыуҙары». Жюри составына Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитов һәм алып барыусы Маргарита Митрофанова ингән.

«Башҡортостан радиоһы»ның балалар редакцияһында йәш журналистар Элеонора Дударь етәкселегендә эшләй. Үҙҙәренең тапшырыуҙарында улар хәҙерге заман уҡыусыларын ҡыҙыҡһындырған темаларҙы яҡтырта.

«Ҡояшлы ҡала»ның киләһе сығарылышын 9 ноябрҙә киске сәғәт 7-се 25 минутта республиканың төп радиоһында тыңларға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть