Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә бөтә илдән йыйылған йәш журналистар интервью алырға һәм тура эфирҙа эшләргә өйрәнәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә «Балаларға камера бирҙеләр» I Бөтә Рәсәй медиафестивале эш башланы. Өс көн буйына 17 ҡаланан килгән йәш журналист телевидение, радио, интернет-журналистика, фотовидеоблогинг кеүек өлкәләрҙә тәжрибә туплаясаҡ. Сараны «Телешко» телевидение мәктәбе һәм «Тамыр» телеканалы ойошторған. Медиатренерҙар сифатында режиссер, алып барыусы, «Мәрйен» студияһы директоры (Мәскәү) Александр Романов, «Disney» һәм «Карусель» телеканалдары өсөн проекттар режиссеры Антон Михалев, «Физрук» сериалының монтажлау режиссеры Ирина Бычкова, «Карусель» телеканалы алып барыусыһы Сергей Друзьяк, блогер Оксана Мамонтова, оператор Владимир Жилко саҡырылған.

Өфөгә Салехард, Чебоксар, Ярославль, Ревда, Санкт-Петербург, Советск, Тольятти, Азов, Һамар, Ярославль ҡалаларынан 1-11 класс уҡыусылары килгән. Һәр ҡатнашыусыға тура эфирға сығыу, мәғлүмәт сюжетын төшөрөү өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек бирелә. Баш ҡалалағы телеканалдар һәм радиостанциялар йәш журналистарға, операторҙарға, режиссерҙарға эфир ваҡыты бүлә. Бөгөн, 1 ноябрҙә, бер уҡыусы Башҡортостан юлдаш телеканалында «Өфө ваҡыты» тапшырыуын алып барырға ярҙам итә. Йәш хәбәрселәрҙе «Бөтә Өфө», «Рәсәй-1. Башҡортостан» һәм ҡаланың «UTV» каналдарында ла күрергә мөмкин.

«Балалар бер нисә көнгә Өфөләге бөтә телеканалдарҙы берләштерәсәк. Фестивалдең тренинг майҙансығы йәш журналистар өсөн әһәмиәтле булыр һәм Өфөлә яңы йондоҙсоҡтар ҡабыныр, тип ышанғы килә. Киләсәктә ошо фестиваль матур йолаға әүерелер һәм баш ҡалабыҙ балалар журналистикаһы үҙәгенә әйләнер тигән ышаныстабыҙ», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында фестиваль етәксеһе, «Телешко» балалар телевидение мәктәбе директоры, «Тамыр» телеканалының баш режиссеры Рөстәм Аҙнабаев.

Фестиваль программаһында төрлө оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Александр Романов нисек интервью алыу һәм 30 секунд эсендә тамашасылар иғтибарын йәлеп итеү хаҡында һөйләйәсәк, Оксана Мамонтова кадрҙағы ым-ишараға өйрәтәсәк, Өфө блогеры Эдгар Багдасарян YouTube сервисында шәхси блогты урынлаштырыу технологияһын күрһәтәсәк, оператор Владимир Жилко коптер менән эшләү нескәлектәренә төшөндөрәсәк. Бынан тыш, фестиваль барышында ҡатнашыусылар араһында кадр эсендә монтаж менән стендап буйынса донъя чемпионаты ойошторола һәм еңеүсе билдәләнә. Шулай уҡ балалар музыкаль видеоклип төшөрәсәк, актер, «Кухня» һәм «Мамочки» сериалдары йондоҙо Сергей Лавыгин менән матбуғат конференцияһын үткәрәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть