Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төркиәлә республикала «Апимондия-2021» умартасылыҡ конгресын уҙғарыуға ғаризаның логотибы менән таныштырыу сараһы була

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Төркиәнең Мугла провинцияһында V Халыҡ-ара умартасылыҡ һәм ҡарағай балы конгресы башлана, уның эшендә Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Делегация составында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Башҡортостан министры Руслан Мирсаяпов, умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов бар. Илебеҙ исеменән Рәсәй умартасыларының милли союзы президенты Арнольд Бутов ҡатнаша.

«Офис-төркөм» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ошо ҙур форум барышында 2021 йылда «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы конгресын үткәреү хоҡуғына кандидат булған Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙа.

2021 йылда баш ҡалала «Апимондия» халыҡ-ара конгресын һәм «АпиЭКСПО» халыҡ-ара күргәҙмәһен уҙғарыуға логотип раҫланған да инде.

Эмблеманы илдең «ДизайнДепо» агентлығы эшләгән һәм ул стилләштерелгән бал ҡорто образын кәүҙәләндерә.

«V Халыҡ-ара умартасылыҡ һәм ҡарағай балы конгресында ҡатнашыусылар сағыу, иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп торған һәм ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған логотипты лайыҡлы баһалар, тип ышанабыҙ, — тип иҫәпләй Башҡортостан министры Руслан Мирсаяпов. — Конгреста ике меңгә яҡын кешенең, шул иҫәптән «Апимондия» федерацияһы ағзаларының ҡатнашыуы көтөлә. 2017 йылда 2021 йылғы конгресты ойоштороу урынын тап улар билдәләй».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть