Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Владимир Путин республика буйынса эске эштәр министрын отставкаға ебәрҙе

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

31 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин полицияның генерал-лейтенанты Михаил Закомалдинды Башҡортостан буйынса эске эштәр министры вазифаһынан бушатты.

Тейешле Указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында донъя күрҙе.

Михаил Иванович Закомалдин 1965 йылдың 5 сентябрендә Ҡурған өлкәһендә тыуған. 1982 йылда эске эштәр органдарында хеҙмәтен СССР Эске эштәр министрлығының Омск ҡалаһындағы юғары милиция мәктәбендә тыңлаусы булып башлаған. Уҡыуын тамамлағас, Ҡурған ҡалаһының Совет районы эске эштәр бүлегенең енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйы вазифаһына тәғәйенләнгән. Уның артабанғы хеҙмәт юлы криминаль милиция менән бәйле.

2007 йылдың авгусында Карелия Республикаһы буйынса эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары, криминаль милиция начальнигы итеп тәғәйенләнгән. 2009 йылдың майынан — Карелия буйынса эске эштәр министры.

Рәсәй Президентының 2011 йылдың 26 июлендәге Указы менән Башҡортостан буйынса эске эштәр министры итеп тәғәйенләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть