Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала яҙыусы Риф Тойғоновтың хәтер кисәһе уҙҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Октябрь айында Башҡортостандың күренекле яҙыусыларының береһе Риф Тойғоновтың тыуыуына 70 йыл тулды. Республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында шағир һәм прозаик, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәренә арналған кисә ойошторолдо.

Махсус китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында рус һәм башҡорт телдәрендә Риф Тойғоновтың «Актриса» исемле повесы тауышландырылды. Повесть дисктарҙа сығарылған һәм тиҙҙән китапхана фондына һәм уның филиалдарына таратыласаҡ.

Ҡунаҡтар алдында яҙыусының ҡатыны Рәйсә Арыҫлан ҡыҙы сығыш яһаны. Ул яҙыусының тормош һәм ижад юлы, ғаиләләге йылы мөнәсәбәттәр һәм балалары хаҡында һөйләне. Кисәлә махсус китапхананың ишетеү һәм күреү һәләте булмаған ҡулланыусылары ла бар ине, сара сурдотәржемә менән оҙатылып барҙы.

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть