3 декабрь, Шәмбе

19 октябрь 2016 йыл, 17:29

Башҡортостан күсемһеҙ милеккә теркәлгән хоҡуҡтар һаны буйынса илдә тәүге бишәү иҫәбенә инә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Күсемһеҙ милек объекттарына теркәлгән хоҡуҡтар һаны буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында бишенсе урын биләй.

2016 йылдың 9 айында республикала 605 меңдән ашыу хоҡуҡ, шулай уҡ күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы сикләү һәм уның менән килешеүҙәр теркәлгән, был уҙған йылдағы осор менән сағыштырғанда 4,4 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығында.

Бынан тыш, ипотеканың 16,8 процентҡа артыуы күҙәтелә (51432 теркәү яҙмаһы), былтыр — 44 меңдән ашыуыраҡ.

Шуның менән бергә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүҙәре бер аҙ (0,04 процентҡа) кәмегән — 10826 (шуларҙың 66 проценты страховкалау һәм банк гарантияһы менән тәьмин ителгән).

Торлаҡ биналарға теркәлгән милекселек хоҡуҡтары һаны ла (190854) 14,3 процентҡа кәмегән. Быға илдә күсемһеҙ милек баҙарында әүҙемлектең кәмеүе генә түгел, шулай уҡ 2016 йылдың 1 мартында торлаҡты бушлай хосусилаштырыу ваҡытының тамамланыуы ла йоғонто яһаған.