3 декабрь, Шәмбе

19 октябрь 2016 йыл, 16:43

Өфөлә иң әүҙем һәм талантлы ғаиләне билдәләйҙәр

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 26 октябрҙә Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә (Беренсе Май урамы, 47) сираттағы «Йәш ғаилә-2016» конкурсы уҙғарыла. Өлгөлө ғаиләләр бәйгеһен Өфөнөң Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты ойоштора. Уның маҡсаты — ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, йәмғиәттә ғаиләнең абруйын һәм әһәмиәтен арттырыу.

Баш ҡалалағы ете райондың иң яҡшы ғаиләләре ҡаланың иң яҡшы ғаиләһе исеме өсөн көрәшәсәк. Дим районынан — Сафиндар, Киров районынан — Әйүповтар, Калинин районынан — Хәйретдиновтар, Ленин районынан  — Хәлитовтар, Октябрь районынан — Ғафаровтар, Орджоникидзе районынан — Янситовтар, Совет районынан Сәйетғәлиндар сығыш яһай.

Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең шәжәрә ағасы, ғаилә традициялары менән таныштыра, концерт номерҙары күрһәтә. Гран-при яулаған ғаилә республика кимәлендә сығыш яһай.

Сара киске сәғәт 6-ла башлана.