Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Баш ҡалаға ислам конференцияһына Марокко, Малайзия, Иордания ғалимдары килә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөлә «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» тип аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция ойошторола. 9-10 ноябрҙә үтәсәк форумға Марокко, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Мысыр, Малайзия, Ираҡ, Иордания, Тунис һәм Төркиә ғалимдары килә.

Ойоштороусылар — Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Рәсәй ислам университеты, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет. Конференция мосолман мәғарифы үҫешенә булышлыҡ итеү федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла. Абруйлы ҡунаҡтар араһында, ғалимдарҙан тыш, төрлө илдәрҙең мөфтөйҙәре лә бар.

Пленар ултырыштарҙың темаһы: «Хәҙерге заман ислам мәғарифы», «Донъяла ислам мәғарифының киләсәге», «Исламдың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәренең роле». Форум барышында түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть