Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә рәсми вакансияларҙың «хеҙмәт хаҡы» рейтингы баҫылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөлә вакансияларҙың күпселегендә эш хаҡы 20 мең һумдан артмай. Октябрь башында 3,2 мең вакансия өсөн 15-20 мең һум тәҡдим ителгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Яҡынса 2,7 мең вакантлы урын 10-15 мең һумлыҡ эш хаҡын күҙ уңында тота.

Хеҙмәт хаҡы 8691 һумдан кәмерәк булған ике меңгә яҡын буш эш урыны шартлы рейтингта өсөнсө урын биләй. Дүртенселә — айына эш хаҡы 20-25 мең һум тәшкил иткән 1,8 мең вакансия. Бишенсе урында — эш хаҡы 25 мең һумдан юғарыраҡ булған 1,7 мең вакантлы урын.

Айлыҡ хеҙмәт хаҡы 8691-10 мең һум тәшкил иткән меңдән ашыу вакансия рейтингта аҙаҡҡы урында тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть