9 декабрь, Йома

19 октябрь 2016 йыл, 14:37

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында эш хаҡы алған депутаттар һаны кәметелә

фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында даими нигеҙҙә эшләгән депутаттар һанын кәметергә тәҡдим ителде. Тап улар парламентта үҙҙәренең эше өсөн хеҙмәт хаҡы ала.

Ошондай депутаттарҙың һанын 19 кешегә тиклем кәметеүҙе күҙ уңында тотҡан үҙгәрештәрҙе «Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында»ғы Закондың 1-се статьяһына индерергә тәҡдим ителгән. Төҙәтеү Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты рәйесе урынбаҫары Михаил Бугераның Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланыуына бәйле.

«Даими нигеҙҙә эшләгән депутаттар һанын үҙгәртеү төбәктең ҡаҙна сығымдарын оптималләштереүгә йүнәлтелгән», — тип аңлатма бирҙе парламент спикеры Константин Толкачёв.

Әлеге ваҡытта Дәүләт Йыйылышы Рәйесе, уның урынбаҫарҙары, комитет етәкселәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары даими нигеҙҙә эшләй.