5 декабрь, Дүшәмбе

19 октябрь 2016 йыл, 14:03

Башҡортостан — төбәк ҡаҙнаһы профициты буйынса илдең ун төбәге исемлегендә

фото: Башҡортостан Финанс министрлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Төбәк бюджеты профициты күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең 30 төбәге исемлегендә һигеҙенсе урында килә. Ошо хаҡта «Милли рейтинг агентлығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең аналитика департаментының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Ағымдағы йылдың сентябрь айына Башҡортостандың дәүләт бурысы 25,76 миллиард һум тәшкил итә. Йыл башынан уның күләме 4,8 процентҡа артҡан. Өҫтәүенә республика ҡаҙнаһы профицитлы. Был төбәктең кредитты ваҡытында түләй, дәүләт гарантиялары буйынса бурыстарҙы һәм бюджетта раҫланған социаль йөкләмәләрҙе үтәй алыу һәләтен аңлата. Сентябрь башында бюджет профициты 8,86 миллиард һум тәшкил иткән.

Төбәктең дәүләт бурысы структураһында 14,75 проценты — коммерция (банк) кредиттары, 38,2 проценты — бюджет кредиттары; 45,8 проценты — ҡиммәтле ҡағыҙҙар; 1,25 проценты — дәүләт гарантиялары.

темалар: рейтинг, бюджет