Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Өфө ғалимдары Силәбе башҡорттарының антропологияһын өйрәнгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Силәбе башҡорттары — Өфө ғалимдарының иғтибар үҙәгендә. Белгестәр бикәтин, һалйот, һеңрән, терһәк һәм һырҙы ырыуҙары буйынса мәғлүмәттәр йыйыу өсөн Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарына барып ҡайтты. Был хаҡта «Шәжәрә» Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов хәбәр итте.

Экспедиция ваҡытында Башҡортостан ғалимдары бер нисә тапҡыр Ҡоншаҡ районының Хәлит, Баязит, Әшир, Ҡомкүл һәм Арғаяш районының Аяҙғол, Ҡорман ауылдары халҡы менән осрашты. Илгиз Солтанморатов әйтеүенсә, бикәтиндәрҙе табыу ауырыраҡҡа тура килгән, сөнки «Маяҡ» комбинатында булған авария һөҙөмтәһендә уларҙың ауылдары күсерелгән. Әммә ырыуҙың вәкиле табылды. Нәзимә Истамғолова (Мөхибуллина) ғалимдарҙы милли кейемдә ҡаршы алды. Ул ата-бабаларының ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итә.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, тупланған материал «Башҡорт ырыуҙары тарихы»ның 19-сы томына инә. Китап йыл аҙағында баҫылып сығырға тейеш, тип хәбәр иттеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть