10 декабрь, Шәмбе

19 октябрь 2016 йыл, 11:13

Ноябрҙә рәсәйҙәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеүгә бәйле ноябрҙә рәсәйҙәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә.

Рәсәй Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 4 ноябрь — Халыҡтар берҙәмлеге көнө — байрам көнө булып тора. Быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнө йомаға тура килә. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһы булғанда рәсәйҙәр өс көн рәттән — 4, 5 һәм 6 ноябрҙә ял итә. Кесаҙна, 3 ноябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Белешмә. Халыҡтар берҙәмлеге көнө 2005 йылдан алып билдәләнә. Байрам 1612 йылда Минин менән Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе Польша баҫҡынсыларынан азат итеү хөрмәтенә булдырылды.