10 декабрь, Шәмбе

19 октябрь 2016 йыл, 10:04

Өфөлә «Бабич» исемле тулы метражлы тарихи фильм төшөрөү тамамланды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Бабич» исемле тулы метражлы тарихи фильм төшөрөү тамамланды. Картина 27 июндә төшөрөлә башланы һәм 67 көн дауам итте. Кинорежиссер Булат Йосопов хәбәр итеүенсә, 80 ролдә һәм күмәк сәхнәләрҙә бик күп халыҡ ҡатнашҡан.

«Төп ижади төркөм — операторҙар, рәссамдар, техник персонал — «Наган» фильмынан ҡалған. Артабан да улар менән эшләүемде дауам итергә теләр инем, — ти Булат Йосопов. — Мин төп ролде башҡарған актер Илгиз Таһиров менән бик ҡәнәғәтмен. Ул үҙен ил кимәлендәге проекттарҙа ла эшләй алырлыҡ юғары профессионал итеп күрһәтте».

«Август айында фильм ике көн дауамында Ағиҙел йылғаһы буйында төшөрөлдө. Тәүге көндә иртәнге сәғәт 11-гә килһәк, режиссер кисен төшәсәгебеҙ хаҡында хәбәр итте. Йәй бик эҫе булды. Шуға күрә шатланып һыу инергә йүгерҙек. Көнө буйына һыу индек, гитарала уйнап йырланыҡ, ярҙан-ярға йөҙөп сыҡтыҡ — бына шул айырыуса ныҡ хәтерҙә ҡалған», — тип һөйләне Илгиз Таһиров.

Әлеге ваҡытта материалды монтажлау бара. Премьера 2017 йылға билдәләнгән.

«Бабич» исемле яңы тулы метражлы нәфис фильм башҡорт шиғриәте классигы, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, тәүге башҡорт Хөкүмәте ағзаларының береһе Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған. Картинала 1914-1919 йылдарҙа Башҡортостан, Ырымбур, Троицк, Силәбе биләмәләрендә барған тарихи ваҡиғалар сағылдырыла. Фильмды республика Башлығының туғыҙ миллион һумлыҡ грантына «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы төшөрә.

темалар: кино