10 декабрь, Шәмбе

18 октябрь 2016 йыл, 17:31

Башҡортостанда 2017 йылда мосолман байрамдарының датаһы билдәләнде

фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 2017 йылда Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын рәсми байрам итеү көндәре билдәләнде, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. «Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы республика Законына ярашлы, 2017 йылда Ураҙа байрамы 25 июнгә һәм Ҡорбан байрамы 1 сентябргә тура килә. Был көндәр ял һәм байрам көндәре тип иғлан ителә.

темалар: байрамдар, дин