Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы әсәлек капиталын индексациялау буйынса яңы проект тәҡдим итә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2020 йылға тиклем әсәлек капиталын индексациялауҙы туҡтатыу тураһында закон проектын әҙерләне, тип хәбәр итә РИА Новости. Әлеге ваҡытта әсәлек капиталының күләме 453 026 һум тәшкил итә. Әсәле капиталы программаһы 2007 йылдан ғәмәлгә инде.  

«Илдәге финанс-иҡтисади хәлде иҫәпкә алып, 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем әсәлек капиталы күләмен индексациялауҙы туҡтатыу тәҡдим ителә», — тиелә ведомство белдереүендә.

Бынан алда Рәсәй Хөкүмәте 2017 йылда икенсе балалары тыуған ғаиләләргә әсәлек капиталы күләмен арттырмау тураһында иғлан итте.

Илдә әсәлек капиталы 2007 йылда ғәмәлгә ингәйне. Уны икенсе һәм артабанғы сабыйҙары тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) бала алған ғаиләләр алырға хоҡуҡлы. Тәүҙә программа 2016 йылдың аҙағына тиклем генә эшләйәсәк, тип күҙалланғайны. Һуңынан Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса уның ғәмәлдә булыу ваҡыты тағы ла ике йылға оҙайтылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть