10 декабрь, Шәмбе

18 октябрь 2016 йыл, 16:34

Өфөлә Йәштәр театры Мостай Кәримдең тыуған көнөндә уның спектаклдәрен ҡуя

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Милли йәштәр театры республиканың халыҡ шағиры, прозаик һәм драматург Мостай Кәримдең тыуған көнөн билдәләргә әҙерләнә. Ул 1919 йылдың 20 октябрендә тыуған, быйыл яҙыусының тыуыуына 97 йыл тулыу билдәләнә.

Театрҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ошо ваҡиға уңайынан 18-20 октябрҙә Ҙур залда Мостафа Сафа улының әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр күрһәтелә. Тамашасылар режиссер Мәсәлим Күлбаевтың «Заһир, Гөлшат һәм Берлиндың асҡысы» лирик комедияһын, «Беҙҙең өйҙөң йәме» хәтирәләрен, режиссер Илдар Ғиләжевтың «Башҡорт тотҡонбикәһе» спектаклен ҡарай ала. Театр фойеһында шағирҙың тормошона һәм ижадына арналған экспозиция ойошторолған. Унда шәхси әйберҙәр, фотоһүрәттәр, уның әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙең афишалары урын алған.

Мостай Кәримдең тыуған көнөндә көндөҙгө сәғәт 12-лә Йәштәр театры хеҙмәткәрҙәре Ленин районы хакимиәте менән бергә халыҡ шағирының һәйкәленә сәскә һаласаҡ, артистар уның шиғырҙарын уҡып ишеттерәсәк. Кисен театрҙа «Ҡыҙ урлау» пьесаһы буйынса «Башҡорт тотҡонбикәһе» спектакле сәхнәләштерелә. Унан алда Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә ойошторолған тантаналы өлөш була. Сараға абруйлы ҡунаҡтар — шағирҙың туғандары, шул иҫәптән уның ҡыҙы Әлфиә Мостафа ҡыҙы киләсәк.