4 декабрь, Йәкшәмбе

18 октябрь 2016 йыл, 14:50

Мәскәүҙә «Киләһе станция — «Башҡортостан» тигән экспозиция асылды

фото: автор

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Мәскәүҙең «Выставочная» метро станцияһында «Мосметрострой» компанияһының юбилейына арналған «85 йыл уникаль тәжрибә» тип аталған экспозиция асылды. Ул ер аҫты төҙөлөшөнөң күп йыллыҡ тарихы, шул иҫәптән быға тиклем аҙ билдәле булған тарихи факттар менән таныштыра. Башҡортостан экспозицияһынан мәскәүҙәр метрополитендың тәүге сиратын төҙөү өсөн республиканың тәүҙә Ҡалтасы, хәҙер иһә Краснокама районы үҙәге Николо-Берёзовка ауылынан биш меңгә яҡын кешенең килеүе хаҡында белде.

Күргәҙмәлә Мәскәү метрополитены һәм «Мосметрострой» компанияһы музейҙары коллекцияһын берләштергән экспонаттар тупланған. Унда тарихи документтар һәм фотоһүрәттәр, төрлө йылдарҙағы төҙөүселәрҙең ҡоралдары, баш ҡалалағы метро станцияларының ҡабатланмаҫ архитектураһы тураһында хикәйә, үҙенсәлекле артефакттар урын алған.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Мәскәү метроһы етәкселәре — «Мосметрострой» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Жуков һәм «Мәскәү метрополитены» дәүләт унитар предприятиеһы етәксеһе Дмитрий Пегов республика халҡының метро төҙөүҙә ҡатнашыуы темаһына айырыуса ҙур иғтибар бүлде. «Бөгөн Мәскәү метроһы 203 станциянан тора. Әммә барыһы ла бер нисә тәүге станциянан һәм 1930 йылдарҙағы, шул иҫәптән Башҡортостандан килгән герой-комсомолдарҙың ауыр хеҙмәтенән башланған, — тине Сергей Жуков. — Уларҙың хеҙмәте, шул иҫәптән метрополитен станцияларының береһенең исемендә мәңгеләштереүгә лайыҡ».

Икенсе башланғыс — метро станцияларының береһендә Башҡортостан төҙөүселәренең хеҙмәт ҡаһарманлығына арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйыу мөмкинлеге лә тикшерелде.

«Мосметрострой» етәкселегенә Николо-Берёзовка ауылынан бүләк — башҡорт балы һәм республиканың халыҡ рәссамы Владислав Меостың «Ҡорамға юл» картинаһы тапшырылды. Ошо көндәрҙә Николо-Берёзовка ауылында метро төҙөүселәргә мемориаль таҡтаташ асылды.

Мәскәүҙәге күргәҙмә 14 ноябргә тиклем эшләй.