4 декабрь, Йәкшәмбе

18 октябрь 2016 йыл, 14:00

1 ноябрҙә төбәктә киҙеүгә ҡаршы вакцинация тамамлана

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 1 ноябрҙә республикала киҙеүгә ҡаршы вакцинация тамамлана. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов әйтеүенсә, әлеге ваҡытта республикала яҡынса 1 миллион 100 мең кешегә, шул иҫәптән 116 меңдән ашыу балаға прививка яһалған. План буйынса ноябргә 300 мең балаға киҙеүгә ҡаршы бушлай прививка эшләнергә тейеш.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы күҙаллауынса, быйылғы миҙгелдә вирустың яңы штаммы көтөлә. Шуға бәйле эпидемия миҙгеле башланғанға тиклем вакцинация үтеү мөһим. 2017 йылдың ғинуар аҙағында сирҙең эпидемик күтәрелеше күҙәтелеүе ихтимал.

Белешмә. Йыл һайын Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырыуҙың 1 миллион осрағы теркәлә. Инфекция сирҙәренең дөйөм структураһында сирҙең өлөшө 94-96 процент тәшкил итә. Киҙеү эпидемияһы осоронда республика халҡының 3-9 проценты ауырый. Быйыл ғинуар-февраль айҙарында 157 мең кеше сирләгән. Иҡтисади зыян 270 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.