Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65 ↓

EUR 69.07 ↑

23 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала Рәсәй энергетика форумы асылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы», «Йылылыҡ менән тәьмин итеү. Электр техникаһы. Кабель» тип аталған халыҡ-ара күргәҙмәләр асылды. Форум 21 октябргә тиклем эшен дауам итә.

Сараның төп темаһы — инновациялы энергетика. Ойоштороусылар фекеренсә, тап ул тармаҡта кәрәкле үҙгәрештәрҙең асылын сағылдыра.

Рәсәй энергетика форумы барышында Өфөлә Рәсәй Энергетика министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм ил төбәктәренең профилле министрлыҡтары вәкилдәре ҡатнашлығында 25-тән ашыу сара үткәрелә.

Дөйөм алғанда, форум эшендә 160 спикер һәм модератор ҡатнаша.

Бөгөн «Йәштәр көнө» уҙғарыла йәки студенттар һәм аспиранттар Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов, шулай уҡ энергетика компаниялары етәкселәре менән осраша.

Көндөң икенсе яртыһында «ВДНХ-Экспо» майҙансығында «Бергәләп сағыуыраҡ!» энергияны һаҡлау фестивале ойошторола.

Рәсәй энергетика форумы барышында Башҡортостанда тәүге тапҡыр Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе электр энергетикаһы советының 50-се ултырышы була. Бындай ултырыштар йылына ике тапҡыр уҙғарыла һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе киңлегендә энергетика мәсьәләләрен тикшереү өсөн мөһим майҙансыҡ булып тора.

Рәсәй энергетика министры Александр Новак етәкселегендәге юбилейлы ултырышта Азербайжан, Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдова, Рәсәй Федерацияһы, Тажикстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстан делегациялары ҡатнаша.

21 октябрҙә форумдың пленар ултырышын үткәреү ҡаралған. Төп спикер — илдең энергетика министры Александр Новак. Ултырыштың модераторы булып «Сколково» мәктәбе президенты Андрей Шаронов сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть