11 декабрь, Йәкшәмбе

18 октябрь 2016 йыл, 12:10

Баш ҡалала тәүге тапҡыр Йәштәр театр премияһы лауреаттары билдәләнде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Йәштәр театр премияһы лауреаттарының исемдәре билдәле булды. Бүләкләү тантанаһы Актерҙар йортонда уҙҙы. Ойоштороусы — быйыл булдырылған республика Театр эшмәкәрҙәре союзының йәштәр советы Башҡортостандың бөтә драма театрҙарын үҙ эсенә алған.

Иң яҡшы ир-егет роле өсөн төп наградаға «Һуңғы йәйләү» спектаклендә Әхмәт ролен уйнаған М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Фәнис Рәхмәтов лайыҡ булды. Төп ҡатын-ҡыҙ ролен «Һуңғы йәйләү» спектаклендә Сауле роле өсөн ошо уҡ театр актрисаһы Римма Ҡаһарманова алды. «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында «Хыялға ҡаршы» спектаклендә Фәрит роле өсөн Урал Әминев еңде (Башҡорт драма театры). «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында наградаға М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрынан Ләйсән Лоҡманова лайыҡ булды. «Дебют» номинацияһында «Анна Франк» спектаклендә Анна Франк роле өсөн Ольга Лукьянова еңеүсе тип танылды. Актерҙар статуэткалар һәм дипломдар алды. Наградаға аҡсалата бүләкләү ҙә ҡаралған, тип хәбәр итте ойоштороусылар.

«Иң яҡшы эпизод» өсөн Милли йәштәр театры актеры Рәмзил Сәлмәнов билдәләнгән («Аҡса булһа бер муҡса» спектакле). Салауат башҡорт драма театры коллективы иһә «Иң яҡшы актер ансамбле» («Яҡташтар» спектакле, режиссеры — Антон Федоров).

«Иң яҡшы режиссура» номинацияһында «Хыялға ҡаршы» спектакле өсөн Башҡорт драма театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев еңеү яуланы.

«Иң яҡшы сценография» титулы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының «Алтынсәс» спектакле өсөн Әнисә Томаншинаға бирелде.

«Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш» дипломына Башҡорт драма театрының «Һуңғы йәйләү» һәм «Хыялға ҡаршы» исемле спектаклдәренә көйҙәр яҙған композитор Илшат Яхин эйә булды. «Тамашасылар һөйөүе призын» Өфөләге «Нур» татар театрынан Вилдан Мисбахов алды.

Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина «Йәш театр эшмәкәрҙәренә ярҙам иткәне өсөн» бүләкләнде.

Шулай уҡ тантаналы ваҡиға сиктәрендә театрҙың йәш вәкилдәрен актерлыҡҡа бағышлау һәм Актерҙар йорто миҙгелен асыу булды.