5 декабрь, Дүшәмбе

18 октябрь 2016 йыл, 11:24

Абҙаҡ тау саңғыһы курорты илдең Яңы йылда ял итеү өсөн популяр ун курорты иҫәбенә инде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Абҙаҡ тау саңғыһы курорты илдең Яңы йылда ял итеү өсөн популяр ун курорты иҫәбенә инде.

Исемлекте 2016 йылдың 30 декабренә — 2017 йылдың 8 ғинуарына отелдәр һәм апартаменттар эҙләү мәғлүмәттәрен тикшереү нигеҙендә RoomGuru.ru отелдәре интернет-сервисы эксперттары төҙөгән.

«РБК-Өфө» хәбәр итеүенсә, был рейтингта беренсе урынды Сочиҙағы Красная Поляна биләй. Унда иң популяр урын — «Роза Хутор». Тәүге өсәү иҫәбенә Кемеров өлкәһендәге Шерегеш һәм Ҡарасәй-Черкесиялағы Домбай инә.

Башҡортостандағы Абҙаҡ курорты етенсе урында килә. Исемлектә Силәбе өлкәһе (Завьялиха, алтынсы урын), Ҡабарҙа-Балҡар, Алтай һәм Красноярск крайҙары, Мурманск һәм Иркутск өлкәләренең тау саңғыһы курорттары бар.

Ялдың арзанлығы буйынса Сочиҙағы Красная Поляна исемлектә аҙаҡҡы урында тора. Хаҡты иҫәпләп сығарыу өсөн эскперттар бер тәүлек йәшәү, кафела төшкө аш һәм ски-пасс хаҡтарын ҡушҡан.

Красная Поляна өсөн был күрһәткес — 4900, Алтай крайындағы Белокуриха өсөн 3100 һум тәшкил иткән. Абҙаҡ был рейтингта өсөнсө урын биләй — 3400 һум.