10 декабрь, Шәмбе

17 октябрь 2016 йыл, 17:50

Башҡортостан юлдаш телеканалында республиканың 100 йыллығына «Башҡортостан геройҙары» проекты башлана

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Яңы миҙгелдә Башҡортостан юлдаш телеканалында «Башҡортостан геройҙары» тип аталған күләмле проект старт ала. Тапшырыу республиканың 100 йыллығына арнала, тип хәбәр итте телеканалдың матбуғат секретары Люциә Дәүлиева.

«Тарих, күренекле шәхестәр — йәмғиәтте берләштереүсе темалар. Республиканың тарихы — башҡорт, рус, татар, мишәр, мари, сыуаш, удмурт, мордва, украин һәм башҡа халыҡтарҙың тарихы ул, — тип һөйләне телевидение студияһының баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова. — Ошо телевизион проект менән ҡыҙыҡһынған тамашасылар тауыш биреп кенә ҡалмаясаҡ, шулай уҡ билдәле шәхестәрҙең төбәк яҙмышындағы роле тураһында фекер алышыуҙа ҡатнашасаҡ. Башҡортостан тарихына республика халҡының иғтибарын йәлеп итеү, йәмғиәттә резонанс һәм ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу күҙ уңында тотола. Проект тыуған төйәктең тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн, шулай уҡ гражданлыҡ йәмғиәтен формалаштырыуҙа үҙенсәлекле ҡорал буласаҡ».

Проектты бер нисә этапта тормошҡа ашырыу күҙаллана. Тәүҙә танылған эшмәкәрҙәрҙең исемлеге билдәләнә. Уны онлайн тауыш биреү юлы менән тамашасылар үҙҙәре тәҡдим итә һәм һайлап ала. Һуңынан Башҡортостан юлдаш телеканалы һайлап алынған тарихи шәхестәрҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында 100 телефильм әҙерләй, ошо шәхестәрҙең төбәк яҙмышындағы ролен тикшереү өсөн теледебаттар ойоштора.