7 декабрь, Шаршамбы

17 октябрь 2016 йыл, 17:16

Республика табиптары Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығынан профессионализм өсөн наградалар алды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандан дүрт табип, «Йылдың иң яҡшы табибы» XVI Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы лауреаттары, «Архангельское» музей-усадьбаһында уҙған тантанала үҙҙәренең наградаһын алды. Ошо хаҡта Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 1-се республика клиник психиатрия дауаханаһы табибы Наталья Тулбаева «Иң яҡшы психиатр» номинацияһында абсолют еңеүсе булды. Уның хеҙмәттәше, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының 2-се терапия бүлеге мөдире Виктор Лузин «Иң яҡшы терапевт» номинацияһында беренсе урын яуланы.

«Иң яҡшы кардиолог» номинацияһында икенсе урынды Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһы табибы Аэлита Губаева алды. «Махсус номинация»ла Республика балалар клиник дауаханаһының яңаҡ-бит хирургияһы бүлеге мөдире, яңаҡ-бит хирургы Наил Дәүләтшин икенсе урын яуланы.  Ул балаларҙың иренендәге һәм аңҡауындағы етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү йәһәтенән ҡатмарлы операциялар яһай, «Йылмайыу» операцияһы» хәйриә проектында ҡатнаша.  

Быйыл Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, «Медицинская газета» һәм медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошторған иң яҡшы табиптар һәм фармацевтар конкурсы 36 номинация буйынса уҙғарылды һәм өс этапта үтте. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова әйтеүенсә, конкурсҡа былтырғы менән сағыштырғанда 81-гә күберәк ғариза килгән — илдең 48 төбәгенән 658 эш.