3 декабрь, Шәмбе

17 октябрь 2016 йыл, 16:44

Төбәктә көндәр һалҡын торасаҡ – Башгидромет

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итеүенсә, был аҙнала ла республикала көндәр һалҡын торасаҡ.

Алдағы өс көндә, 17, 18 һәм 19 октябрҙә урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ. Иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, айырым райондарҙа ҡар ҡатламы ятыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә 0,-5, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа -10, көндөҙ -1,+4 градус.

Аҙнаның икенсе яртыһында һауа температураһы түбәнәйә. Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙең икенсе декадаһында Башҡортостанда уртаса температураның норманан бер градусҡа түбән булыуы көтөлә.